Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Февраль 2022, 18:50

«Бөрйән бал ҡорто» күргәҙмәһен күрмәй ҡалмағыҙ, дуҫтар!

Республикабыҙҙың Милли музейында «Бөрйән бал ҡорто» тип исемләнгән ғәҙәти булмаған күргәҙмә асылды.  

«Бөрйән бал ҡорто» күргәҙмәһен  күрмәй ҡалмағыҙ, дуҫтар!
«Бөрйән бал ҡорто» күргәҙмәһен күрмәй ҡалмағыҙ, дуҫтар!

Был проектта Бөрйән районының ғына түгел, бөтә республиканың символына әүерелгән бал ҡортоноң төп урынды биләп тороуы бик үҙенсәлекле.

– Бөгөн килеүселәрҙең барыһын да сәләмләйем һәм рәхмәт әйтәм. Башҡортостан тарихын күңел  түренән үткәреп, илһамланғаны, беҙҙә барған хәл-ваҡиғаларҙы, атап әйткәндә, бөгөнгө күргәҙмәнең символын тойғаны өсөн Евгения Николаевнаға рәхмәт әйтке килә. Әлбиттә, беҙҙең республикала булған һәм унда барған бөтәһен дә Рәсәйҙең генә түгел, ә бөтә донъялағы башҡа рәссамдарҙың, сәнғәт эшмәкәрҙәренең дә күреүен теләйбеҙ, – тип сәләмләне «Бәхет биләмәһе» хәйриә фондының попечителдәр советы рәйесе, Башҡортостан Башлығының хәләл ефете Каринэ Хәбирова.

Башҡортостан беҙҙең брендҡа арналған был проектты беренселәрҙән булып ҡабул итә. Күргәҙмәне асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте вице-премьеры Азат Бадранов ҡатнашты.

Проекттың авторы – күренекле Рәсәй рәссамы, Рәсәй художество академияһының почётлы ағзаһы, Рәсәйҙең Рәссамдар ижади союзы ағзаһы, Рәсәйҙең Почёт ордены кавалеры, сәнғәт магистры Евгения Васильева.

– Башҡорт балының тәме бик үҙенсәлекле, шуға башҡорт балы менән ҡыҙыҡһына башланым. Эштәремде Бөрйән бал ҡортона бағышлау мөмкинлеге бирелгәне өсөн рәхмәтлемен. Был, иң  беренсе йәһәттә, эш һөйөүсәнлек символы, – тип белдерҙе күргәҙмә авторы Евгения Васильева.

Экспозицияла һынлы сәнғәт, графика, фото һәм скульптура тәҡдим ителә. Бында килеүсе һәр кем бал ҡорто изге йән эйәһенә әйләнгән икенсе ысынбарлыҡҡа сума. Бөтә халыҡтарҙа ла бал ҡорто эшһөйәрлек, именлек, ғаилә һәм бәхет символы һанала.

Тантаналы шарттарҙа картиналар авторы Евгения Васильева һәм республикабыҙҙың Милли музейы директоры Альбина Ярмуллина 10 картинаны музей фондына тапшырыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Күргәҙмә апрель аҙағына тиклем дауам итәсәк. Проект Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының сәнғәт факультеты, Санкт-Петербургтағы Сәнғәт академияһының ғилми-тикшеренеү музейы ярҙамында тормошҡа ашырыла.

 

 

Фото: «Башинформ».

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: