Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Февраль 2022, 11:15

Бөгөн – Бөтә донъя хижаб көнө

2013 йылдан алып билдәләнә. Һәм, әйтергә кәрәк, күп илдә тарала бара. Хижаб – мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме. Ул Европа илдәрендә лә бик йыш осрай башланы. Беҙҙә әйтеп тораһы ла түгел. Кемдер быға ятһынып ҡарай, кемдер һоҡланып, тигәндәй. Хатта протест белдереүселәр ҙә юҡ түгел.

Бөгөн – Бөтә донъя хижаб көнө
Бөгөн – Бөтә донъя хижаб көнө

Әйткәндәй, был иҫтәлекле дата 2013 йылдың 1 февралендә Бангладешта тыуып, 11 йәшендә ата-әсәһе менән АҠШ-ҡа күсенгән Назма Кхан исемле мосолман ҡыҙы башланғысы менән билдәләнгән. Баҡһаң, Назманың яулыҡ ябыныуына төрлө ҡараш булған, уны йыш йәберләгәндәр, унан көлгәндәр, хатта аралашырға теләмәгәндәр.

Шуныһы ҡыҙыҡ: хижаб кейгән ҡатын-ҡыҙ спортсыға бөгөн юл асыҡ. Һуңғы йылдарҙа Халыҡ-ара ауыр атлетика федерацияһы (IWF), Халыҡ-ара футбол ассоциациялары федерацияһы (FIFA), Халыҡ-ара баскетбол федерацияһы (FIBA) яулыҡ ябыныуға, хижабҡа тыйыуын бөтөргән. Халыҡ-ара боксер ассоциацияһы ла (МБА) үҙ принциптарын үҙгәртеп, халыҡ-ара ярыштарҙа хижаб кейергә рөхсәт иткән.

Яңы Зеландия Премьер-министры Джасинда Ардерн Крайчестерҙағы мәсеттә теракттан һуң, яулыҡ ябынып, фажиғә урынында булғандар менән осрашыуға барған. Уның артынан, ихтирам һәм теләктәшлек йөҙөнән йөҙҙәрсә ҡатын яулыҡ бөркәнгән.

РФ Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенко, Швецияның сауҙа министры Анн Линде, РФ Президентының матбуғат секретары Дмитрий Песковтың ҡыҙы Елизавета, Швеция короллеге принцессаһы Виктория, Кембридж герцогиняһы Кейт Мидллтон да мәсеткә ингәндә йә эшлекле һөйләшеүҙәрҙә мосолман партнерҙарына ихтирам йөҙөнән яулыҡ ябынған (хижаб кейгән).

Башҡорт википедияһында хижаб тураһында бына нимәләр яҙылған:

Хижаб Исламда – баштан-аяҡ ҡаплап торған кейем, әммә Көнбайыш донъя «хижаб» төшөнсәһен ғәҙәти ғәрәп яулығына ҡарата ҡуллана. Ғәҙәттә, Хижаб ябыныуҙы Ҡөрьәнгә ҡайтарып ҡалдыралар (аяттар 33:59, 24:31), әммә был ғәҙәт Исламға тиклем үк булған. Ҡөрьәндә әйтелгән: Әй, Пәйғәмбәр! Ҡатындарыңа, ҡыҙҙарыңа һәм бар​са мөьминәләргә әйт, (йомош менән урамға сыҡҡанда) өҫ кейемдәрен яҡшылап бөркәнһендәр. Был — (уларҙың затлы нәҫел ҡатыны икәнен) таныһындар һәм рәнйетмәһендәр өсөн бик тә ҡулай эш. Аллаһ — ярлыҡаусы һәм миһырбан эйәһе”.

Ҡайһы бер илдә ҡатын-ҡыҙҙы хижаб ябынырға мәжбүр итәләр, ҡайһы берҙәрендә тыялар. Хижаб Афғанстанда, Сәғүд Ғәрәбстанында, Иранда һәм Йәмәндә мотлаҡ. 

2015 йылдың февралендә Рәсәйҙең Юғары суды мәктәптәрҙә дини атрибутиканы һәм хижабты тыйыу законлы тип таный.

2017 йылдың мартында Чечня парламенты республика мәктәптәрендә хижаб ябыныуҙы рөхсәт иткән закон ҡабул иткән.

Фото: vk.com

Бөгөн – Бөтә донъя хижаб көнө
Бөгөн – Бөтә донъя хижаб көнө
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: