65 йәшлек ҡатын иһә күршеһенән үтескә 60 мең һум алып, үҙенең 40 мең һум аҡсаһын ҡушып, билдәһеҙ кешегә 100 мең һум аҡса биреп ебәргән. Ул да "йәшерен операциянан һуң" ғына улына шылтыратып, алданыуын аңлаған. Муттар, кешегә был турала әйтә күрмәгеҙ, юғиһә һеҙгә ҡарата ла енәйәт эше асыласаҡ, тип ныҡ тыйған!
Ә 80 йәшлек әбейгә, улығыҙ аварияға сәбәпсе булды, тип шылтыратҡастары, әбей, минең улым юҡ, ҡыҙым ғына бар, тип аптыраған. Аферист юғалып ҡалмай, яңылыштым, әлбиттә, ҡыҙығыҙ, тип, трубканы үҙенең енәйәттәшенә - ҡатынға биргән. Ул ҡатын бәләгә тарып - юлда кеше үлтереп, үҙе лә яраланып дауаханаға эләккән "әбейҙең ҡыҙы" ролен бик оҫта башҡарған. Аферист 500 мең һум талап иткәс, әбей, ундай аҡсам юҡ, тигән. 100 мең һум булһа ла эҙләп табырға ҡушҡастары, әбей күршеләренән тиҙ генә аҡса алып, муттарҙың, бер кемгә лә хәбәр итмәгеҙ, беҙҙең шылтыратыуҙы көтөгөҙ, тигәнен онотоп, шунда уҡ ҡыҙының номерына, аҡса таптым, тип шылтыратҡан. Ҡыҙы тулҡынланған, ҡурҡҡан әсәһенең хәбәрен ишеткәс, трубканы алмаҫҡа, бер кемгә лә ишек асмаҫҡа ҡушып, шунда уҡ уға елдереп килеп еткән. Муттар күпме генә шылтыратмаһын, әбей башҡаса телефонды алмаған...
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.