Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Ғинуар 2022, 13:26

Юл фажиғәләре - 30 ғинуар

Кисә республика юлдарында өс автомобиль аварияһы теркәлгән, бер кешенең ғүмере өҙөлгән, өс кеше яраланған.

Юл фажиғәләре - 30 ғинуар
Юл фажиғәләре - 30 ғинуар

Өфөнөң Калинин районында 34 йәшлек ир "ВАЗ-2110" машинаһында юлдың ҡаршы һыҙатына сығып "Renault Duster" машинаһына барып бәрелгән. Аварияла "ВАЗ" водителенең әсәһе, 71 йәшлек ҡатын, һәләк булған. Яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...

Тәүлек эсендә 2100-ҙән ашыуыраҡ юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлгән, 46 иҫерек водитель тотолған.

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: