Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Ғинуар 2022, 16:51

Тиҙҙән Өфөгә ингән урындағы аркалы күперҙе яңырта башлаясаҡтар

Хөкүмәттәге бөгөнгө оператив кәңәшмәлә БР Башлығы Радий Хәбиров баш ҡала юл инфраструктураһындағы үҙгәрештәрҙе алдан иғлан итергә һәм ентекле аңлатырға кәрәклегенә барыһының да иғтибарын йүнәлтте.

Тиҙҙән Өфөгә ингән урындағы аркалы күперҙе яңырта башлаясаҡтар
Тиҙҙән Өфөгә ингән урындағы аркалы күперҙе яңырта башлаясаҡтар

 

«Беҙ яңы күпер төҙөлөшөн тамамланыҡ һәм 1956 йылда сафҡа индерелгән иҫке күперҙе тулыһынса яңыртыуға тотонорға әҙербеҙ. Бөтә хеҙмәттәрҙән йәмәғәтселеккә ваҡытында хәбәр итеүҙәрен һорайым.

1 мартта аркалы күпер 30 айҙан ашыуға ябыла, 2024 йылдың уртаһына тиклем бөтә эштәрҙе тамамларға тейешбеҙ.

Халыҡҡа ваҡытында аңлатмағас, проблемалар менән күп тапҡыр осраштыҡ, шуға күрә мәғлүмәтте көн һайын еркерергә кәрәк. 1 мартта күпер ябыласаҡ», - тине ул.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: