31 ғинуарға ҡарата республикала яңы коронавирус инфекцияһы менән ауырыусыларҙың дөйөм иҫәбе 132 078 кешегә етте. Тәүлек эсендә тағы 964 COVID-19 менән зарарланыу осрағы асыҡланған. Бөтәһе 121 241 кеше ауырыуҙан имен-һау һауыҡҡан, шуның 491-е – һуңғы тәүлектә.
Төбәктә бөтәһе 2 250 инфекция койка-урыны булдырылған. Шуның 25 проценты әлегә буш.
Шул уҡ ваҡытта Башҡортостанда халыҡты вакциналау ҙа дауам итә. Төбәккә 2 914 858 доза Рәсәйҙә етештерелгән вакцина алынған. 31 ғинуарға вакцинаның беренсе компоненты менән 2 360 373 кеше прививкаланған. 2 199 946 кеше вакциналаныуҙың ике этабын да үткән.
Уҙған аҙнала республикаға 12 йәштән 18 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында прививкалау кампанияһын үткәреү өсөн 2 800 доза "Спутник-М" вакцинаһы алынды. 459 уҡыусы үҙ ирке менән прививка эшләтте.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.