Билдәле булыуынса, ситауция үҙәге респаублика етәксеһе ҡушыуы буйынса 2020 йылдың 16 ноябрендә булдырылды. Ошо ваҡыт эсендә уның иртәнге сәғәт 8-ҙән киске сәғәт 8-гә тиклем эшләүсе ҡыҙыу линия телефонына (347) 218-19-19) 433825 мөрәжәғәт ҡабул ителгән.
24 ғинуарҙан 30 ғинуарға тиклем генә операторҙар 30 738 кешенең шылтыратыуын ҡабул иткән. Был бер аҙна элеккегә ҡарағанда дүрт тапҡырға тиерлек күберәк. Шылтыратыуҙарҙың күбеһе өйҙә амбулатор дауалауҙы ойоштороуға, ПЦР-тест һөҙөмтәләрен асыҡлауға, коронавирустан вакциналауға яҙылыуға бәйле булған.
Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәгенең координаторы Римма Үтәшева шылтыратыуҙарҙы ҡабул итеү һәм эшкәртеү алгоритмы тураһында һөйләне.
– Һуңғы көндәрҙә ситуация үҙәге операторҙарына эш кинәт күбәйҙе. Һәм беҙгә медицина белеме һәм тәжрибәһе булған өҫтәмә операторҙар талап ителде. Бөгөн 47 кеше дежурлыҡҡа баҫты, шул иҫәптән Башҡорт дәүләт университеты табиптары, студенттары һәм ординаторҙары. Улар кешегә телефон буйынса консультация биреп, мәсьәләне оператив рәүештә хәл итергә ярҙам итә.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Һаулыҡ һаҡлау министрлығына поликлиникаларҙағы яңы ҡабул итеү графигы тураһында халыҡты иҫкәртергә ҡушты.
– Беҙ 2021 йылдың көҙөндәге ваҡиғаларға әйләнеп ҡайтабыҙ. Ул ваҡытта ситуация үҙәгендә 90 оператор эшләй ине. Бөгөн консультанттарҙың һаның 47-гә арттырҙыҡ. Артабан да белгестәрҙең һанын арттырырға тура килер. Иң мөһиме, кеше ауырыу менән яңғыҙ ҡалмаһын, шылтыратып, консультация алһын, – тине Радий Хәбиров. – Әлеге ябай булмаған эпидемиологик хәлдә кешеләр ситуация үҙәгенән кескәй генә булһа ла мәғлүмәт алырға тейеш. Тап шуның өсөн беҙ бында табиптарҙы һәм студент-ординаторҙарҙы саҡырҙыҡ.