Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Ғинуар 2022, 19:30

Радий Хәбиров:"Кешеләр ваҡытында кәрәкле медицина ярҙамы алырға тейеш"

31 ғинуарҙа оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, республиканың медицина учреждениелар уҙған аҙнала коронавирусҡа ҡаршы көрәш буйынса оператив штаб ҡабул иткән ҡарарҙарҙың барыһын да үтәне, тип билдәләне.

Радий Хәбиров:"Кешеләр ваҡытында кәрәкле медицина ярҙамы алырға тейеш"
Радий Хәбиров:"Кешеләр ваҡытында кәрәкле медицина ярҙамы алырға тейеш"

 “Омикрон”штаммы менән зарарланыусылар  ауырыуҙы еңелерәк үткәреү сәбәпле,  төп көс беренсел звеноға төшә.  Кешеләр сиратта тормай ғына ваҡытында медицина ярҙамы ала алһын өсөн, оператив штабтың ултырышында, 31 ғинуарҙан ололар поликлиникалары көн һайын, шул иҫәптән йәкшәмбе көнө лә, иртәнге сәғәт 8-се яртынан киске  сәғәт 10-ға тиклем эшләй, тигән ҡарар ҡабул ителде. ПЦР-анализдарҙы поликлиникаларҙа киске  сәғәт 8-се яртыға тиклем тапшырырға мөмкин.   31 ғинуарҙан поликлиникаларға табиптарға ярҙамға БДМУ-нан  843 студент һәм 150 ординатор сығырға тейеш ине.

Әммә бөтә муниципалитеттар ҙа  халыҡты был үҙгәрештәр хаҡында иҫкәртмәгән.  Был 31 ғинуар көнө иртән ПЦР-тикшеренеү үтеүгә һәм табиптар ҡабул итеүгә сираттар тыуҙырҙы.   Радий Хәбиров айырыуса Иглин һәм Өфө райондарының эште тейешенсә ойоштормауын билдәләп үтте.   

– Был эште насар башҡарҙығыҙ.  Поликлиникаларға вәғәҙә ителгән студенттар һәм ординаторҙар сыҡманы. Әгәр ҙә был ойоштороу мәсьәләһе менән бәйле икән, тиҙ арала асыҡлағыҙ, – тине төбәк етәксеһе.   –  Кешеләр поликлиникаға сиратта урамда өшөп торорға тейеш түгел.  Ә оператив рәүештә поликлиникала тейешле медицина ярҙамы алырға тейеш.  Республика Башлығы  хәлде оператив рәүештә төҙәтергә һәм һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының  эшен тотороҡло ойошторорға ҡушты.

 – Мин кеше ваҡытында медицина ярҙам ала алмаған осраҡҡа киҫкен ҡараясаҡамын, – тине Радий Хәбиров. – Әлегә кешеләрҙең күбеһе поликлиникаларҙың яңы графигы тураһында хәбәрҙар түгел. Беҙгә тест тапшырыу өсөн иртәнге сәғәт 7-нән барып, сират   булдырырға кәрәкмәгәнлеген аңлатырға кәрәк. 

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: