Билдәле булыуынса, уҡыусы бала Инзиләнең социаль селтәрҙәге фотолары аҫтына башҡа һыймаҫлыҡ комментарийҙар ҡалдырған. Инзиләне ул “йондоҙ” ире арҡаһында ғына күтәрелеп китеүҙә ғәйепләй. Йәғни Радик элекке бала ҡараусыға өйләнеп, уны «кеше» итеп алған, тигән фекерҙә.
– Минең һүҙем юҡ. Хәҙер ниндәй балалар тәрбиәләйҙәр? Шундай һөйкөмлө ҡыҙыҡай, ә шундай һүҙҙәр яҙа. Уны әсәһе яҙған, тигән вариантым да бар. Әммә мин бала саҡта бындай һүҙҙәр яҙып ҡалдырһам, ата-әсәйемдән ныҡлы шелтә алыр инем. Һуңынан хатта бер еремдә **** тыныс ҡына ултыра алмаҫ инем, – тип яуап яҙған Инзилә үҙен ҡыйырһытыусыға.
Фото: Т. Аманов