Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Ғинуар 2022, 10:45

Көн торошо

Башгидрометүҙәк синоптиктары алдағы көндәргә һауа торошона яҡынса фараз яһаны.

Көн торошо
Көн торошо

Бөгөн урыны менән бер аҙ епшек ҡар яуа. Айырым райондарҙа боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан, талғын. Һауа температураһы төндә – 4-9, урыны менән 12-17 градус, көндөҙ – 1-6 градус һалҡын.

Иртәгә, 1 февралдә, бер аҙ епшек ҡар яуыуы көтөлә. Республиканың айырым райондарында боҙлауыҡ, ҡар һырынтылары буласаҡ. Ел көньяҡтан, талғын. Һауа температураһы төндә – 4-9, аяҙытҡанда 12-17 градус, көндөҙ – 0-5 градус һалҡын.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: