Бер ваҡыт мин был мәсьәләнең тарихын өйрәнә башлағайным, уны Владимир Ильич Ленин хәл итергә тырышыуын белдем. Владимир Владимирович Путин да ошо теманы бер нисә тапҡыр күтәрҙе, 2018 йылда хатта махсус милли проект башлап ебәрҙе.
Беҙҙең хөкүмәт өсөн «һөҙөмтәлелек» темаһы бик мөһим, шуға күрә етештереүсәнлекте арттырыу мәсьәләһе менән иртәнән кискә тиклем шөғөлләнәбеҙ. Үҙебеҙҙә лә федераль компетенциялар үҙәгенә оҡшаш төбәк үҙәген булдырҙыҡ. Уның белгестәре предприятиеларға бара, производство ҡоролмаларын өйрәнә, көсһөҙ урындарҙы таба һәм заводтар етәкселеге менән берлектә төп процестарҙы оптималләштереү буйынса план төҙөй, һуңынан бергәләп уны индереү менән шөғөлләнә.
Был программа етештереү ҡеүәттәрен мөмкин тиклем файҙаланырға, техниканың буш тороу ваҡытын ҡыҫҡартырға, брак процентын кәметергә һәм тауар сифатын яҡшыртырға мөмкинлек бирә. Ғәмәли ҡарарҙарҙы индереү менән бер рәттән эксперттар персоналды заманса эш алымдарына өйрәтә.
Бер һүҙ менән әйткәндә, милли проектта ҡатнашыу компанияларға сығымдарҙы кәметергә, ҙур күләмдәге продукция сығарырға һәм эске резервтар эҙләү иҫәбенә килемде арттырырға ярҙам итә. Милли проектҡа ярашлы, предприятиелар Сәнәғәтте үҫтереү фондынан ташламалы займдарға, һалым преференцияларына һәм сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға субсидияларға иҫәп тота ала.
Хәҙер проектта республиканың 127 предприятиеһы ҡатнаша, шуларҙың 80-ендә етештереү процестарын оптималләштереү тамамланды. Хеҙмәт етештереүсәнлеге бында 30 процентҡа тиклем артты, ә сығымдар тиҫтәләгән миллионға кәметелде. Федераль компетенциялар үҙәге яңыраҡ үткән йылдағы эшкә йомғаҡ яһаны, беҙ илдә өсөнсө урын алдыҡ. Был һәйбәт күрһәткес, әммә беҙҙең потенциал бының менән генә бөтмәйәсәк. Шуға күрә дауам итәсәкбеҙ, – тип белдерҙе Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров.
Фото: https://www.facebook.com/100001714985777/posts/5014493391951111/.