Федераль ҡаҙнанан туғыҙ миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә. Был суммаға 84 төбәктә 200 “аҡыллы спорт майҙаны” һәм 80-дән ашыу модуль спорт залы төҙөйәсәктәр.
Был эш «Бизнес-спринт» федераль проектын ғәмәлгә ашырыу буйынса башҡарыла. Уға ярашлы, киләсәктә кәрәкле спорт инфраструктураһы ҡала һәм ауылдарҙа һәр кемгә яҡын һәм уңайлы буласаҡ. Аҡса төбәктәргә 2022 – 2024 йылдарҙа бүленәсәк (туғыҙ миллиардты өс йылға бүлһәң, күп тә килеп сыҡмай).
Михаил Мишустин Хөкүмәт ултырышында әйтеүенсә, был урындар яҡшы йыһазландырылған, интернетлы (кеше күнекмәләрен контролләһен өсөн) булырға тейеш.
Фото: ТАСС.