Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Ғинуар 2022, 14:10

"Өфө" аэропортының терминалдары бергә тоташтырылды

Бының турала БР Хөкүмәтендәге бөгөнгө оператив кәңәшмәлә билдәле булды. Унда һауа гаваненең генераль директоры Александр Андреев сығыш яһаны.  

"Өфө" аэропортының терминалдары бергә тоташтырылды
"Өфө" аэропортының терминалдары бергә тоташтырылды

  Эске һауа юлдарының яны терминалын сафҡа индереү менән ВВЛ дөйөм майҙаны 29 106 кв. метрға тиклем артты, унда сәғәтенә 1200 пассажирҙы хеҙмәтләндерә алалар.

«Бындай шарттарҙа "Өфө" аэропорты пассажирҙар ағымын бер нисә йыл дауамында арттыра аласаҡ. Уларҙы хеҙмәтләндереү кимәле IATA буйынса „С“ (Optimum) кимәленә тап килә», — тине Андреев.

"А" секторының стериль зонаһы һәм осоштан алда тикшереү бүлмәләре лә ҙурайтылған.

Бынан тыш, ВВлЛ терминалында осоусы пассажирҙарҙы теркәү өсөн икенсе зал сафҡа ингән, ете теркәү урыны эшләй, бер багаж таҫмаһы бар.

Быйыл бынан Омск, Пермь, Воронеж, Силәбе, Иркутск, Наманган, Нур-Солтан, Алма-Ата, Тель-Авив һәм Вена йүнәлешендә яңы рейстар асыласаҡ.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: