Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Ғинуар 2022, 13:44

"Ейәнегеҙ юлда йәш ҡыҙҙы тапаны..."

Өфөнөң Киров районында йәшәгән 81 йәшлек әбейгә кисен билдәһеҙ кеше шылтыратып, ейәнегеҙ юл-транспорт ваҡиғаһына тарыны - йәш ҡыҙҙы тапаны, үҙе лә яраланып дауаханаға эләкте, тип хәбәр итә. 

"Ейәнегеҙ юлда йәш ҡыҙҙы тапаны..."
"Ейәнегеҙ юлда йәш ҡыҙҙы тапаны..."

Артабан ул әбейҙән, аҡсағыҙ бармы, тип белешә. Ҡото осҡан пенсионер, 100 мең һум аҡсам бар, тип яуаплай. Шунан һуң шылтыратыусы үҙен хоҡуҡ һаҡлау органы хеҙмәткәре итеп таныштырып, ике ғариза яҙҙырта: береһе полис алыр өсөн страховка компанияһына булһа, икенсеһе – полицияға (йәнәһе лә, "матди зыянды ҡаплайым, ейәнемә ҡарата енәйәт эшен асмағыҙ").

Әбейҙе "дауаханала ятҡан ейәне" менән дә телефон аша бер аҙ һөйләштерәләр. Егет, имеш тә, операциянан һуң тауышы үҙгәргән, шуға саҡ-соҡ һөйләшә. Спектаклде дауам итеп, мут бәндә әбейгә урын кәрәк-ярағын, таҫтамал, аҙыҡ һәм 100 мең һум аҡсаны пакетҡа һалып әҙерләргә, курьерҙы көтөргә ҡуша. Пакетты киске сәғәт туғыҙ тирәһендә йәш ҡыҙ алып китә.

Күп тә үтмәй пенсионерға ҡыҙы хәл белешергә килә. Шунан ғына өләсәй ейәненең имен-аман өйҙә ултырыуын белә.

Әлеге ваҡытта был ваҡиға буйынса енәйәт эше асылған.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: