Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Ғинуар 2022, 20:25

Башҡортостанда пенсионер мөгәрәпкә төшкән

Күпмелер ваҡыттан һуң уға ҡотҡарыусыларҙы саҡырырға тура килгән.

Башҡортостанда пенсионер мөгәрәпкә төшкән
Башҡортостанда пенсионер мөгәрәпкә төшкән

Дүртөйлөлә 73 йәшлек пенсионер картуф алыу өсөн мөгәрәпкә төшөргә булған, ләкин кире күтәрелә алмаған. Был хәл бөгөн була, оло йәштәге ирҙең мөгәрәптән баҫҡысҡа менергә хәле етмәгән. Туғандары уға үҙаллы ярҙам итергә тырышһа ла, дүрт метр тәрәнлектә һәм тар юлда уларҙың көсөнән килмәй. Ваҡиға урынына ҡотҡарыусыларҙы саҡырғандар, улар альпинистар ҡорамалы ярҙамында пенсионерҙы мөгәрәптән ҡотҡарған һәм шунда уҡ табиптарға тапшырған.

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: