+20 °С
Болотло
Әле Өфөлә полиция «Ашығыс ярҙам» водителе ҡатнашлығындағы ваҡиғаның сәбәптәрен асыҡлай. Билдәле булыуынса, табиптар Пекин урамындағы адрес буйынса саҡырыуға бара. Оло йәштәге ҡатынға ярҙам күрһәткән саҡта, уның 35 йәшлек улы менән бригада хеҙмәткәре араһында ғауға сыға. Боласы ир “ Ашығыс ярҙам” водителен йәрәхәтләй.
Полицейскийҙар ирҙе ҡулға алған. Әле тикшереү бара, уның һөҙөмтәләре буйынса процессуаль ҡарар ҡабул ителәсәк.
Фото: Т. Аманов