Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Ғинуар 2022, 20:39

Бар мәктәптәрҙе лә дистанцион уҡытыуға күсермәйҙәр

Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин хәбәр итеүенсә,  3329 балала коронавирус раҫланған.

Бар мәктәптәрҙе лә дистанцион уҡытыуға күсермәйҙәр
Бар мәктәптәрҙе лә дистанцион уҡытыуға күсермәйҙәр

  Был  республика уҡыусыларының дөйөм иҫәбенең   0,67 проценты.   Әлеге ваҡытта 25 мәктәп һәм  2 267 айырым синыф  – карантинда.   242  балалар баҡсаһында ҡайһы бер төркөмдәр карантинға ябылған. 

  29 ғинуарҙа  оператив штабтың ултырышында, кәрәк булған осраҡта  “Роспотребнадзор” идаралығы һәм Башҡортостандың Мәғариф  министрлығы менән килешеп, ҡала һәм район башлыҡтары муниципаль кимәлдә   дистанцион рәүештә уҡыуға күсеүсе мәктәптәрҙә һәм синыфтарҙы үҙаллы билдәләй ала, тип ҡарар ителгәйне.

 — Бөтә мәғариф системаһын ситтән тороп уҡытыуға күсереүгә нигеҙ юҡ, – тине Радий Хәбиров.

 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: