Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Ғинуар 2022, 13:42

Тәүлек эсендә мутлыҡ буйынса алты енәйәт эше асылған

Өфөлә йәшәүсе йәш ҡатынға ялған "банк хеҙмәткәре" шылтыратып, аҡсаларығыҙҙы урлайҙар, тиҙерәк икенсе, хәүефһеҙ, иҫәпкә күсерә һалығыҙ, юғиһә, аҡсағыҙҙан ҡолаҡ ҡағасаҡһығыҙ тип ҡурҡытҡан. Ҡатын уны тыңлап, 1 400 000 һум аҡсаһын билдәһеҙ иҫәптәргә күсергән... 

Тәүлек эсендә мутлыҡ буйынса алты енәйәт эше асылған
Тәүлек эсендә мутлыҡ буйынса алты енәйәт эше асылған

Белорет районынан 38 йәшлек ир интим хеҙмәттәр тураһындағы иғланға ҡыҙығып, шунда күрһәтелгән номер буйынса шылтыратҡан. Хеҙмәт өсөн аҡсаны алдан күсерергә ҡушҡандар уға. Һөйөүгә сарсаған ир йәһәтләп аҡса күсерә һалған. Ҡатындың, аҡса күсмәне, тигәненә ышанып, ҡат-ҡат күсерә торғас, 108 мең һум аҡсаһынан яҙған. Ирҙең аҡсаһы бөткәнен аңлағас, "ҡатын" да юғалған.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: