Башҡортостанда үҙен «Руслан-ракета» тип йөрөткән 26 йәшлек егет үкенеүен белдергән. Был хәл 25 ғинуарҙа була. Водителдәр «Фирма Мир» эргәһендә юл уртаһында ярым яланғас ирҙе күреп ҡала. Унан һуң уның ҡатнашлығындағы роликтар социаль селтәрҙәрҙә әүҙем тарала башлай.
«Был ҡыҙыҡ булыр, тип уйлағайным. Был аҙымымды бик насар эш, тип иҫәпләйем. Сөнки мин ғүмеремдең хәүефһеҙлеге, башҡа водителдәрҙең хәүефһеҙлеге тураһында уйламаным», - тип билдәгән ул. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәмәгән өсөн тиктокерға, тәүбәгә килеүенә ҡарамаҫтан, 500 һум штраф һалынған.