Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Ғинуар 2022, 11:37

"Йәштәр йорто"на рәхим итегеҙ, йәштәр!

БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Яна Гайдук «Башинформ» хәбәрселәрен "Йәштәр йорто" менән таныштырып, уның эшмәкәрлеге хаҡында ентекле һөйләп үткән.

"Йәштәр йорто"на рәхим итегеҙ, йәштәр!
"Йәштәр йорто"на рәхим итегеҙ, йәштәр!

"Йәштәр йорто"ноң эшлекле зонаһында йәштәр ойошмаларының штабтары урынлашҡан. Шул иҫәптән ирекмәндәр штабы ла. 

60 кешелек конференц-залда плазма экраны ҡуйылған. 12 урынға иҫәпләнгән коворкинг бар - унда ла эш өсөн бөтә шарттар тыуҙырылған. 

Йортта шулай уҡ ижади йәштәр өсөн кабинеттар ҡаралған. Театр студиялары өсөн репетиция базаһы, музей-оҫтахана, кинозал, музыка ҡоралдары, артистар өсөн профессиональ гримеркалары булған музыкаль кафе, тауыш яҙҙырыу студияһы - быларҙың барыһы ла йәштәр өсөн!

Йәйгеһен ихата ла төҙөкләндерелеп, мини-Арт-Квадрат булдырыу планлаштырыла.

Фото: "Башинформ".

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: