Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Ғинуар 2022, 10:48

«Ҡурай даны» милли телепремияһына кемдәр лайыҡ булды?

Баш ҡалабыҙҙың «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Ҡурай даны» милли телевизион премияһын тапшырыу тантанаһы үтте.

«Ҡурай даны» милли телепремияһына кемдәр лайыҡ булды?
«Ҡурай даны» милли телепремияһына кемдәр лайыҡ булды?

2020 – 2021 йылдарҙа телепремияға 45 ҡатнашыусы – «Ҡурай» телеканалы тамашасылары тәҡдим иткән замандаштарыбыҙ дәғүә итте. Был юлы «Ҡурай даны» икенсе милли телепремияһы 9 номинация буйынса уҙғарылды: «Ер кешеһе», «Һөнәр оҫтаһы», «Эшлекле ханым», «Ҡул оҫтаһы», «Ижади ғаилә», «Миһырбанлы ғаилә», «Спорт ғаиләһе», «Тренер года», «Йыл режиссеры». 2020 – 2021 йылдар дауамында Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм «Ҡурай-ТВ» телеканалдарында тамашасыларҙы дәғүәселәрҙең һәр береһе менән таныштырыу маҡсатында тапшырыуҙар эфирға сыҡты. «Ҡурай даны» көмөш миҙалы хужаларын телетамашасылар интернет-тауыш биреү ярҙамында һайланы.

Шулай итеп, Учалы районынан Альфред Мөхөтдинов – «Ер кешеһе», Әбйәлил районынан табип-онколог Ренат Мәһәҙиев – «Һөнәр оҫтаһы», Өфөнән кафе селтәрҙәре директоры Рита Абдрахманова һәм "Ағиҙел" башҡорт сәнғәт кәсептәре" дәүләт унитар предприятиеһы директоры Гүзәл Кәримова  – «Эшлекле ханым», Әбйәлил районынан Мансур Усманов – «Ҡул оҫтаһы», Баймаҡ ҡалаһынан Илүзә менән Артур Иҫәновтар  – «Ижади ғаилә»,  Ейәнсура районынан Гүзәл менән Хәмит Ҡыуатовтар, Белорет районынан Гөлнур менән Сәлим Асҡаровтар – «Миһырбанлы ғаилә», Ишембай районынан Алһыу менән Рөстәм Хәсәновтар – «Спорт ғаиләһе», Өфө районының Шамонин ауылынан биатлон буйынса тренер Айгөл Хәкимова, Мәсетле районынан хоккейҙы үҫтереүгә тос өлөш индергән Фирғәт Мөниров  –  «Йыл тренеры», Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының баш режиссеры Рөстәм Хәкимов «Йыл режиссеры» номинацияларында еңеүсе булды. Барыһын да ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

 

 

Фото: https://vk.com/kuraitv1.

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: