Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Ғинуар 2022, 21:50

Тәүлек эсендә муттарҙы 12 миллион һумға байытҡандар!

Стәрлетамаҡта йәшәүсе ир сайт аша "йәш ҡыҙ" менән танышҡан. Аралашыу барышында "ҡыҙ" иргә виртуаль аҡсаларҙың сауҙа майҙансығында өҫтәмә аҡса эшләргә тәҡдим иткән. Ир "һылыуҙы" оҡшатып, күпме аҡсаһы булған, шуны тулыһынса "ҡыҙ" әйткән иҫәпкә күсергән. 2 миллион 700 мең һум аҡсаһынан яҙғас, ҡыҙ ҙа бәйләнештән юғалған... 

Тәүлек эсендә муттарҙы 12 миллион һумға байытҡандар!
Тәүлек эсендә муттарҙы 12 миллион һумға байытҡандар!

Өфөлә йәшәүсе 58 йәшлек ҡатын ялған "банк хеҙмәткәренең", аҡсаңды урлайҙар, тигән һүҙенә ышанып, 2,5 миллион һумға яҡын аҡсаһын иҫәбенән алып, банкомат аша билдәһеҙ иҫәптәргә күсергән. Ҡулында булған бит аҡсаһы, шуны тота килеп билдәһеҙ иҫәптәргә күсер әле...

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: