-5 °С
Ясна
Дауаханаларҙа – 896, беренсел звенола 413 ординатор табиптарға ярҙам итә. 141 ординатор – ковид-госпиталдә, 15-е ярҙам хеҙмәтендә эшләй.
Медицина вузы студенттарынан 76 кеше – беренсел звеноға, 654-е – дауаханаға, 38-е ковид-госпиталдәргә эшкә урынлаштырылған. 33 кеше “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтендә эшләй.
Дүшәмбенән башлап ординаторҙар һәм студенттар поликлиника табиптарына ярҙамға бара. БДМУ-ның ординатура бүлеге етәксеһе Рәмил Заһитбаев әйтеүенсә, эшкә барыу ирекле, медицина ярҙамы күрһәтеүгә йәлеп ителеүсе уҡыусылар тулыһынса вакциналау үткән.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.