Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Ғинуар 2022, 19:27

Республика менән идара итеү үҙәге: “Инцидент менеджмент” системаһы ғәмәлдә

2022 йылдың ғинуарында халыҡты иң ныҡ борсоған мәсьәләләр - һаулыҡ һаҡлау һәм коронавирус: 1-27 ғинуарҙа “Инцидент менеджмент” системаһы аша 443 мөрәжәғәт ҡабул ителгән (2020 йылда ошо уҡ осорҙа 545 мөрәжәғәт булған), “Кире бәйләнеш платформаһы” аша – 2021 мөрәжәғәт теркәлгән (2020 йылда – 368 мөрәжәғәт). Иң күп мөрәжәғәт - Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан, Бәләбәй һәм Иглин райондарынан. Төп тема - поликлиникаларҙағы сират.

Республика менән идара итеү үҙәге: “Инцидент менеджмент” системаһы ғәмәлдә
Республика менән идара итеү үҙәге: “Инцидент менеджмент” системаһы ғәмәлдә

Әйткәндәй, БДМУ халыҡҡа ярҙамға 20-шәр медицина фәндәре докторҙары һәм кандидаттарынан, бүлек һәм кафедра мөдирҙәренән торған 10 бригада, 50-шәр табип һәм 2534 ординаторҙан торған 6 бригада ойошторған. Ярҙамға мохтаж һәр кем медицина ярҙамын тотҡарлыҡһыҙ алырға тейеш!

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.




Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: