– Төбәктә COVID-19 менән ауырыусылар һаны арта. Үткән аҙнала 40 процентҡа артыу күҙәтелә, – тип хәбәр итте вице-премьер, БР Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин. – Инфекция үҙәктәрендә 38 процент урын буш - пациенттарҙы ҡабул итер өсөн резерв бар. Тәүлек эсендә 710 кеше COVID-19 менән ауырып киткән.
Күпселек муниципалитеттарҙа прививка яһатырға тейешлеләрҙең барыһы ла вакцина яһатҡан. Ә Күмертау, Октябрьский, Сибай һәм Белоретта - 80 проценттан кәмерәк.
Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәгендә көн дә 3-4 мең шылтыратыу ҡабул итәләр. "Ҡыҙыу линия" (347) 218-19-19 көн һайын иртәнге һигеҙҙән алып киске һигеҙгә тиклем эшләй. Радий Хәбиров үҙәктә операторҙар һәм медицина эксперттары һанын арттырырға ҡушты.
БР Мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Альберт Яримов мәктәптәрҙә коронавирусҡа бәйле хәлдең тотороҡло булыуын хәбәр итте. Ауырыған балалар уҡыусыларҙың дөйөм һанынан 0,67 процентты тәшкил итә. Ҡала һәм район башлыҡтары, "Роспотребнадзор", БР Мәғариф һәм фән министрлығы менән килешеүҙән һуң, мәктәптәрҙе һәм синыфтарҙы дистанцион уҡыуға күсереүҙе үҙ аллы хәл итә аласаҡ.
Кәңәшмә һуңында Радий Хәбиров төбәктә коронавирустың таралыуы тураһында брифинг үткәрергә ҡушты.
Брифинг бөгөн, 29 ғинуарҙа, 19:45 сәғ. БЮТ телеканалында үтәсәк.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.