Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Ғинуар 2022, 10:43

Радий Хәбиров: «Пандемияға ҡарамаҫтан, кешеләр ваҡытында медицина ярҙамын алыу мөмкинлегенә эйә булырға тейеш»

28 ғинуарҙа видеоконференция режимында үткәрелгән "Сәләмәтлек сәғәте"ндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус пандемияһының сираттағы тулҡыны шарттарында республика һаулыҡ һаҡлау системаһының амбулатор звеноһы эшен көсәйтергә ҡушты.

Радий Хәбиров: «Пандемияға ҡарамаҫтан, кешеләр ваҡытында медицина ярҙамын алыу мөмкинлегенә эйә булырға тейеш»
Радий Хәбиров: «Пандемияға ҡарамаҫтан, кешеләр ваҡытында медицина ярҙамын алыу мөмкинлегенә эйә булырға тейеш»

 

Яңы “омикрон” штамы тиҙ йоғоусан булыуы менән айырыла, әммә пациенттар, ҡағиҙә булараҡ, ауырыуҙы симптомһыҙ йәки еңел формала үткәрә һәм төп көс поликлиникаларға төшә.

– Беҙҙе коронавирустың сираттағы тулҡыны бик ныҡ борсой, ул ҡатмарлы үтә. Көн һайын ауырыған кешеләр һаны арта, тимәк, һаулыҡ һаҡлау системаһына көсөргәнеш арта, – тине Радий Хәбиров. – Поликлиникаларға мөрәжәғәт итеүҙәр ҙә йышая. Әленән сираттарҙың барлыҡҡа килеүен теркәйбеҙ, айырыуса Өфөлә. Улай булырға тейеш түгел. Пандемияға ҡарамаҫтан, кешеләр ваҡытында медицина ярҙамын алыу мөмкинлегенә эйә булырға тейеш.

Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская белдереүенсә, 2022 йылдың 1 ғинуарынан алып 27-һенә тиклем "Инцидент-менеджмент" һәм "Кире бәйләнеш платформаһы" системалары һаулыҡ һаҡлау темаһы буйынса халыҡтың 1 912 мөрәжәғәтен  эшкәрткән. Был уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда ике тапҡырға тиерлек күберәк. Мөрәжәғәттәрҙең күпселеге – ковид-19-ҙан дауаланыуҙан алып табипҡа яҙылыуға тиклем.

– Халыҡты иң борсоған тема - поликлиникаларҙағы сират, – тип билдәләне Елена Прочаковская.

Әйткәндәй, поликлиникаларға практикаға медицина колледждарының 598 студенты сыҡҡан. 31 ғинуарҙан уларға Башҡорт дәүләт медицина университетының 843 студенты һәм 150 ординаторы ҡушыла.

Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелиндың әйтеүенсә, табиптарҙы өйгә саҡыртыу хеҙмәтен яҡшыртыу өсөн өҫтәмә рәүештә 192 автомобиль кәрәк. Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына медицина ойошмалары ихтыяжы өсөн эш автомобилдәре бирергә ҡушыуын хәтергә төшөрҙө. Киләһе аҙнаның башында был мәсьәлә хәл ителергә тейеш. 

Максим Забелин һандарға туҡталып, 28 ғинуарға республикала коронавирус инфекцияһын йоҡторғандарҙың дөйөм һаны 129 552 кеше тәшкил итеүен белдерҙе. Һуңғы тәүлек эсендә 570 яңы осраҡ раҫланған. Бөтәһе 119 727 кеше һауыҡҡан, уларҙың 326-һы – уҙған тәүлектә. Төбәктә сирлеләр өсөн 2 250 урын булдырылған. Буш койка фонды 34,8 процент тәшкил итә.

Республикала коронавирусҡа ҡаршы прививка яһатыу дауам итә. Башҡортостанға бөтәһе 2 914 858 доза вакцина алынған. 28 ғинуарға 2 347 506 кеше прививка яһатҡан. 2 193 135 кеше вакцинацияны тулыһынса эшләткән. Был прививка эшләтергә тейешле халыҡтың 94,5 һәм 88,3 проценты.

Был аҙнала республикаға мәктәп йәшендәге балалар, үҫмерҙәр өсөн тәғәйенләнгән “Спутник-М” вакцинаһының тәүге 2 800 дозаһы алынған. 172 уҡыусыға үҙ теләге менән прививка яһалған. 25 ғинуарҙан балаларҙы вакцинациялауҙың үҙенсәлектәре тураһында брифингтар һәм аңлатыу саралары циклы башланды.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: коронавирусҡа ҡаршы прививканы республикалағы 178 вакцинация пунктында яһатырға мөмкин. Бының өсөн поликлиника регистратураһы йәки "Дәүләт хеҙмәттәре" порталы аша алдан да яҙылырға мөмкин.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров кәңәшмәне йомғаҡлап, ике йыл дауамында коронавирусҡа ҡаршы көрәшкән табиптарға һәм башҡа медицина хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт белдерҙе. COVID-19-ҙың яңы тулҡыны ҡабаттан бөтә кәрәкле ресурстарҙың мобилизациялауын талап итә.

– Кеше тәүлектәр буйына ярҙам ала алмау сәбәпле сирҙең ауыр эҙемтәләренә тарыуына юл ҡуймауҙы һорайым, – тине Радий Хәбиров. – Бындай һәр осраҡты ғәҙәттән тыш хәл итеп ҡараясаҡмын.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: