Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Ғинуар 2022, 14:46

Прокуратура Антон Орловҡа ҡарата енәйәт эше буйынса ғәйепләү һығымтаһын раҫланы

Башҡортостан прокуратураһы Антон Орловҡа ҡарата енәйәт эше буйынса ғәйепләү һығымтаһын раҫланы (РФ ЕК 159 ст. 4-се өлөшө). Ул айырыуса ҙур күләмдәге мутлашыуҙа ғәйепләнә.

Прокуратура Антон Орловҡа ҡарата енәйәт эше буйынса ғәйепләү һығымтаһын раҫланы
Прокуратура Антон Орловҡа ҡарата енәйәт эше буйынса ғәйепләү һығымтаһын раҫланы

Дәүләт Думаһы депутаты Александр Ющенконың элекке ярҙамсыһы, медицина хеҙмәткәрҙәре профсоюзының төбәк координаторы Антон Орлов «Нефте-сервис» йәмғиәте директоры урынбаҫары булараҡ 2020 йылдың февралендә Үзбәкстан YUSUF BOBO FAYZ фирмаһына 260 т дизель яғыулығы тапшырыу һылтауы менән 11 млн һум аҡса урлай. Бынан тыш 2020 йылдың июлендә Антон Орлов, Константин Соколов һәм Вячеслав Ғизәтулин "Гермес" йәмғиәте исеменән "Гайрат-82" йәмғиәте вәкилдәренә шыйыҡландырылған углеводород газының ҙур партияларын һатыу буйынса ялған мәғлүмәттәр биреп, "Гайрат-82" йәмғиәтенә 14,8 млн һумлыҡ зыян килтерәләр, йәғни аҡсаны алалар, әммә яғыулыҡ ебәрелмәй.

«Ъ-Уфа» мәғлүмәттәре буйынса, полицияға ғаризаны «Нефте-сервис» һәм «Гайрат-82» яҙған.

Антон Орлов үҙ ғәйебен танмаған. Енәйәти эҙәрлекләү - ижтимағи һәм профсоюз эшмәкәрлеге арҡаһында, тип белдергән ул "Ъ-Уфа" гәзитенә.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: