Әгәр һеҙ оҙайлы сәйәхәткә йәки командировкаға юлланаһығыҙ икән, был лайфхак менән файҙалана алаһығыҙ. Был алым электр менән өҙөклөктәр булған осраҡта аҙыҡ-түлегегеҙ боҙолғанмы, юҡмы икәнен асыҡларға ярҙам итәсәк.
Пластик стаканға һыу ҡойоп, туңғансы һыуытҡыста тотабыҙ. Унан стакандағы боҙ өҫтөнә тимер аҡса һалып, ҡабат һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.
Оҙаҡ ваҡыт өйҙә булмағандан һуң, ҡайтҡас, стаканды ҡараһағыҙ, үҙегеҙ ҙә барыһын аңларһығыҙ. Тимер аҡса урынында булһа, аҙыҡ-түлек боҙолмаған, электр уты менән өҙөклөк булмаған. Әгәр тимер аҡса боҙ аҫтына киткән икән, тимәк, һыуытҡыс күпмелер ваҡыт һүнеп торған, тимәк, аҙыҡ-түлектең боҙолоуы ихтимал.
Фото: https://sterlegrad.ru/society/.