Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Ғинуар 2022, 07:00

Кешеләргә битараф булма...

Бер бәләкәй генә ауылда яңғыҙ ҡарт йәшәгән. Ул һуҡыр ҙа, һаңғырау ҙа булған. Һаулығы ла насарайған.

Ҡарт көнө буйы өйө янындағы эскәмйәлә ултырған. Үҙе йөрөй алмағас, уны тышҡа иртән күршеләре алып сыҡҡан, кисен индергән. Берәү ҙә артыҡ иғтибар бирмәгән. Йәй ҙә, ҡыш та шул бер үк иҫке бушлатын кейеп ултырған. Күрше балалары уның янында шау-гөр килеп уйнаған, уларҙың ата-әсәләре көнөнә бер нисә тапҡыр ҡарт янынан үтһә лә, уның яғына ҡарамаған да. Бер кәрәкһеҙ түмәр кеүек булған был ҡарт.

Шулай бер көҙгө көндә ауылдан мосафир үтеп барған. Осраҡлы рәүештә генә ингән ул бында. Һәм ҡартты күреп, янына туҡтаған. Бер аҙ бабайға ҡарап торған да, үҙенең йылы йөн жилетын сисеп, уның иңенә һалған.

Ҡарт тертләп киткән дә, юлсыға ҡағылырға теләп, ҡулын һуҙған:

–       Рәхмәт инде... Мине кеше итеп күргәнең өсөн...

Таныш булмаған кешеләр янынан битараф үтеүселәр күп шул. Ә улар ҙа бит – кешеләр...

 

Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: