Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Ғинуар 2022, 18:12

Иғтибар: бөгөн кис тура эфирҙа ҡарағыҙ!!!

"Поликлиникаларҙа сират!", "Коронавирус анализы һөҙөмтәләре оҙаҡ килә!", "Тиҙ ярҙам ваҡытында килмәй"... Башҡортостан медицинаһы, бөтә илдәге кеүек үк,  үҙ эшен яңы ысынбарлыҡты иҫәпкә алып яңынан ҡора.

Төбәктә бөгөн хәлдәр нисек, поликлиникаларҙың һәм дауаханаларҙың эше нисек ойошторолған - ошо турала Башҡортостан юлдаш телеканалында һәм социаль селтәрҙәрҙә тура эфирҙа ҡарағыҙ!

Иң мөһим темаға - яңы ысынбарлыҡта халыҡ үҙен яҡлаулы тойһон өсөн нимәләр эшләнеүе тураһында - асыҡтан-асыҡ һөйләшеү!

Тура эфирҙа һәм социаль селтәрҙәрҙә һорауҙарға Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин, “Роспотребнадзор” идаралығы, "Тиҙ ярҙам" хеҙмәте, поликлиника вәкилдәре һәм башҡа эксперттар яуап бирә.

Трансляцияны Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Республикаға идара итеү үҙәге һәм Башҡортостан юлдаш телеканалының социаль селтәрҙәрендә һәм БЮТ, Башҡортостан-24 телеканалдарында ҡарарға мөмкин.

Трансляцияға һылтанма: https://vk.com/wall-172931669_11584

Эфир 29 ғинуарҙа 19:45 сәғәттә башлана. Ҡарамай ҡалмағыҙ!

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: