Ошо ҡыҙҙар һәм егеттәр - Мария Игнатишина, Радмир Ташбулатов, Регина Хазиева, Наталья Екомасова, Елена Михайлова, Наил Әхмәҙиев, Дарья Недопёкина, Ришат Әминов, Эльвина Ғәлиева, Андрей Медведев, Айбулат Миңлейәров, Илдус Сәйәхов - фәндең бөгөнгөһө һәм өмөтлө киләсәге!
Радий Хәбиров шулай уҡ республика вуздары - «Приоритет-2030»программаһында ҡатнашыусылар өсөн 200 млн һум күләмендә республика гранты һәм йәш ғалимдар өсөн гранттар раҫланыуы тураһында белдерҙе. Башҡортостандың 200 йәш ғалимы өсөн сит илдә һәм Рәсәйҙә стажировкалар ҙа планлаштырыла. Бынан тыш 200 алдынғы ғалимдың торлаҡ шарттарын яҡшыртырға тырышасаҡтар.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.