-5 °С
Болотло
1760 йылдар тирәһендә булған, буғай, картограф Джон Спилсбери йоҡа таҡтаға донъя картаһын төшөргән дә, аҙаҡ уны илдәр сиге буйынса бысҡан. Был пазлдарҙы география дәресендә киң ҡулланғандар – уҡыусылар картаны бер бөтөн итеп йыйырға тейеш булған. Әйткәндәй, бөтә шарада йә ребус кеүек башватҡыс мәктәптәрҙә барлыҡҡа килгән.
Психологтар фекеренсә, пазл йыйыу мейе эшмәкәрлегенә бик файҙалы.
Рәсәйҙә башватҡыслы өҫтәл уйындары XIX быуатта таралған.
Һүрәттә еңел генә башватҡыс: “с” хәрефен табырға (ул күренеп кенә тора).
Фото: vk.com