Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Ғинуар 2022, 20:45

Ауырыу көсәйә

Башҡортостанда тәүлек эсендә 710 кешенең коронавирус инфекцияһы менән зарарланыуы асыҡланған.

Ауырыу көсәйә
Ауырыу көсәйә

    48 пациенттың хәле ауыр, ике кеше үпкәне яһалма тын алдырыу аппаратына тоташтырылған. 5074 сирле өйҙә дауалана.

 Пандемия башланғандан алып 4726 кеше вирус ҡорбаны булған, шуның 17-һе – һуңғы тәүлектә.

 Әлеге көнгә республикаға ковидҡа ҡаршы 2 914 858 доза вакцина алынған. Уның беренсе компоненты менән  2 355 929 кеше прививкаланған.   2 197 606 кеше  вакциналауҙың ике этабын да үткән. Һуңғы тәүлектә 12 894  кеше прививка эшләткән.  301 144  кеше (+ 4 941 һуңғы тәүлектә) ревакциналау үткән. Рәсәйҙә иһә тәүлек эсендә 110 меңдән ашыу кешелә   Covid-19 диагнозы раҫланған. 

Фото:Т.Аманов. 

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: