2019 йылда күперҙе тиҙ арала ремонтлап, төрлө сикләүҙәр индерелһә лә, күперҙең конструкцияһы ла, төҙөлөштә ҡулланылған материалдары ла иҫкергән, шуға ла капиталь ремонт мотлаҡ. Аркалы күперҙе ремонтлағанда автомобилистар өсөн әллә ни ҙур үҙгәрештәр булмаясаҡ: ҡаланан сығыу функцияһы яңы күпер өлөшөнә төшә, ә 1991 йылғы күпер ҡалаға инеү функцияһын башҡарасаҡ, өҫтәмә рәүештә унда реверсив светофор эшләйәсәк. Әлеге ваҡытта, күперҙе ремонтҡа япҡанға тиклем, яңы хәрәкәт схемаһы һынала. Төҙөүселәр күперҙе 2024 йылдың авгусында файҙаланыуға тапшырырға тейеш.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.