-3 °С
Ҡар
Кисен Мәләүез районында, Өфө-Ырымбур автоюлының 180-се саҡрымында, 70 йәшлек ир "Lada Priora" машинаһында оло юлға сыҡҡанда "Kia Optima" машинаһына юл бирмәй бәрелешәләр. "Lada Priora" водителе дауаханала йән бирә. Аварияла "Lada"ның пассажиры 14 йәшлек ҡыҙ ҙа яралана.
Тәүлек эсендә 2200-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлгән, 33 иҫерек водитель тотолған.
Фото: БР ЮХХДИ.