Проекттың төп героиняһы - Бөрйән районының ғына түгел, бөтә республиканың төп символына әүерелгән бал ҡорто. Башҡортостан брендыбыҙға арналған проектты тәүгеләрҙән булып ҡабул итә. Экспозицияла һынлы сәнғәт, графика, фото һәм скульптура тәҡдим ителә.
Бөтә халыҡтарҙа ла бал ҡорто - эшһөйәрлек, именлек, ғаилә һәм коллектив бәхет символы, ә бал ҡорто күсе һәр кемдең үҙ урыны һәм бурысы булған идеаль йәмғиәт өлгөһө булып тора. Шул уҡ ваҡытта Бөрйән бал ҡорто - үҙенсәлектәре буйынса ҡырыҫ тәбиғәт шарттарына сыҙамлы уникаль бал ҡорто. Проекттың авторы - билдәле рәссам, Рәсәй художество академияһының почетлы ағзаһы, Рәсәй Рәссамдар ижади союзы ағзаһы, Рәсәйҙең Почёт ордены кавалеры, сәнғәт магистры Евгения Васильева. Уның әҫәрҙәре Пьер Карден (Франция), Татарстан Республикаһының Дәүләт һынлы сәнғәт музейы, Гибеллин ҡалаһының (Италия) хәҙерге заман сәнғәте музейы, Кальтаджироне ҡалаһының (Италия) Епархия музейы, Ибраһим Кодра фонды (Швейцария) коллекцияларында, шулай уҡ донъяның төрлө илдәрендә шәхси коллекцияларҙа һаҡлана.