Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Ғинуар 2022, 09:06

Ҡурсаҡтар күсенә...

Ике көндән һуңғы тапҡыр сығыш яһайҙар ҙа, Өфөнөң икенсе осона күсеп китәләр. Был Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры тураһында.

Ҡурсаҡтар күсенә...
Ҡурсаҡтар күсенә...

Бина реконструкцияға ябыла. 30 ғинуарҙа һуңғы спектаклдәр уйнала. Бынан ары сығыштар Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының Бәләкәй залында, Өфө балалар филармонияһында буласаҡ.

Яңыртыу эштәре "Мәҙәниәт" милли проекты буйынса башҡарыла. БР Мәҙәниәт министрлығынан әйтеүҙәренсә, 1976 йылдан алып бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт яһалмаған.

Ҡурсаҡ театры Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейын билдәләүгә ярашлы объекттар исемлегенә индерелгән. Тимәк, беҙ 2024 йылға өр-яңы, матур, күркәм бинаға инәсәкбеҙ.

Фото: Өфө ҡалаһы сайтынан.

 

Ҡурсаҡтар күсенә...
Ҡурсаҡтар күсенә...
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: