-4 °С
Болотло
Бәләкәйерәк шешәгә яртыһынан әҙерәк итеп һары мәтрүшкә сәскәләрен (кипкән булһа ла ярай) һалып, өҫтөнә тултырғансы көнбағыш майы ҡойорға һәм бөкө менән ябырға. Шешәне һыуытҡыстың иң аҫҡы кәштәһенә ҡуйырға. Бер айҙан әҙер кремды төнгөлөккә ҡулдарығыҙға һөртөп ятырға мөмкин. Иртән тороуға ҡул тиреһе йомшарып, булған яралары төҙәлер. Һары мәтрүшкәнең майҙа әҙерләнгән төнәтмәһе бөтә яраларҙы бөтәштерә.
Фото:Т.Аманов.