Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Ғинуар 2022, 22:40

Тәүлек эсендә мутлыҡ буйынса 13 енәйәт эше асылған

Өфөлә йәшәүсе 71 йәшлек ҡатынға ноябрҙә "инвестиция компанияһы хеҙмәткәре" шылтыратып, алдап-юхалап, ҙур табыш менән ҡыҙыҡтыра. Финанс хәлен яҡшыртырға ниәтләгән пенсионер ҡатын фатирын (!) һатып, 1 миллион 800 мең һум аҡсаһын мут бәндә күрһәткән иҫәпкә күсерә. «Брокер» бәйләнештән юғалғас ҡына ҡатын алданыуын аңлай.

Тәүлек эсендә мутлыҡ буйынса 13 енәйәт эше асылған
Тәүлек эсендә мутлыҡ буйынса 13 енәйәт эше асылған

Белорет ҡалаһынан 33 йәшлек ҡатын иһә муттарҙы бер миллион һумдан ашыуыраҡ аҡса менән "һөйөндөрә". Ялған "банк хеҙмәткәренә" ышанып, был аҡсаны ул кредитҡа алып, билдәһеҙ иҫәпкә ебәрә. Күпме иҫкәртәбеҙ бит әле...

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: