Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 26 йәшлек яңғыҙ әсә үҙенең йәнә йөклө булыуын йәшергән. Ҡатын балаһын эш урынында - ҡошсолоҡ фермаһында тапҡан, был ваҡытта бинала бер кем дә булмаған.
Ул үҙенең бала табыуын да йәшергән. Әсә кеше әйтеүенсә, бала үле килеш тыуған.
Әле сабыйҙың кәүҙәһе суд-медицина экспертизаһына тапшырылған, улар үлем сәбәбен асыҡлаясаҡ.
- Ғәйепләнеүсе сабыйҙы полиэтилен пакетҡа һалып, ҡошсолоҡ фермаһында сүп-сар контейнерына ташлаған. Һуңынан сүп-сар ташыусы машина килеп, бактағы сүпте тейәгән һәм сүп-сар эшкәртеү комплексына киткән. Ундағы эшселәр ҡот осҡос табышҡа юлыҡҡан, - тип хәбәр итә хоҡуҡ һаҡсылары.
Фото: Т. Аманов