Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Ғинуар 2022, 16:45

Ҡотороу сире таралған

Башҡортостандың Мәсетле районы Тайыш ауылында ҡотороу сире буйынса карантин иғлан ителде. Республика башлығы Радий Хәбиров тейешле указға ҡул ҡуйҙы.

Ҡотороу сире таралған
Ҡотороу сире таралған

 Хайуандарҙың ҡотороу сире урындағы шәхси хужалыҡтар  сиктәрендә асыҡланған. Ауылдағы йорт хайуандарына хәүеф янай.

Бында хайуандарҙы индерергә йәки алып сығырға, уларҙы һуғымға оҙатырға, шулай уҡ биләмәгә сит кешеләргә инеү тыйылған.

Ауылда малдарға вакцинация яһаласаҡ, шулай уҡ дезинфекция үткәреләсәк.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: