Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Ғинуар 2022, 14:57

Малайҙар күберәк тыуған

 2021 йылда Башҡортостанда 5 өс игеҙәк һәм 415 ике игеҙәк бала тыуған.

Малайҙар күберәк тыуған
Малайҙар күберәк тыуған

  

     Социаль старховкалау төбәк бүлексәһе республикала уҙған йылда тыуған сабыйҙар һанын иҫәпләгән. Йола булараҡ, малайҙар ҡыҙҙарға ҡарағанда күберәк тыуған. 2021 йылда Башҡортостанда бөтәһе 36,9 мең сабый донъяға килһә, малайҙар бер меңгә тиерлек күберәк. Бер йылда биш өс игеҙәк һәм 415 икешәр игеҙәк бала тыуған.  Иң күп тыуым мартта булған. Әсә булырға йөрьәт итеүселәр араһында 34 – 35 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙар күпселекте тәшкил итә. Уларҙың ғаиләһендә, нигеҙҙә, икенсе-өсөнсө сабыйҙар донъяға килгән.  Быйылғы әсәйҙәр араһында 46 йәштән оло 26 ҡатын да  бар.  

 Яңы тыуған сабыйҙарҙың уртаса буйы 52 см һәм уртаса ауырлығы 3,3 кг. 14 ҡыҙ һәм 23 малай 5 кг ауырлыҡта тыуған.

Фото:Т. Аманов. 

 

  

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: