Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Ғинуар 2022, 11:32

«Мөһим һәм кәрәкле китапты әҙерләүҙә әүҙем ҡатнашыуығыҙҙы һорайбыҙ»

«Беҙҙең изге күңелле Ришат Дихинды белгән һәм уны яратҡан, уның хаҡында иҫтәлекте йөрәгендә йөрөткән барлыҡ кешеләргә мөрәжәғәт итәм.  Беҙ, Ришаттың дуҫтары һәм яҡындары, уның 35 йәшенә хәтирәләр йыйынтығы нәшер итергә теләйбеҙ. Ошо уңайҙан хәтирәләр, уникаль фотоһүрәттәр ебәреүегеҙҙе, йәғни ошо мөһим һәм кәрәкле китапты әҙерләүҙә әүҙем ҡатнашыуығыҙҙы һорайбыҙ.

«Мөһим һәм кәрәкле китапты әҙерләүҙә әүҙем ҡатнашыуығыҙҙы һорайбыҙ»
«Мөһим һәм кәрәкле китапты әҙерләүҙә әүҙем ҡатнашыуығыҙҙы һорайбыҙ»

Әйҙәгеҙ, уның ниндәй егет булғанын, синыфташтары, төркөмдәштәре, хеҙмәттәштәре, дуҫтары, яҡындары уны ниндәйерәк итеп хәтерҙә ҡалдырғанын  һөйләйек. Был Ришат тураһында яҡты хәтер йәшәһен өсөн генә түгел, ә еребеҙҙең лайыҡлы улдарынан өлгө алыр өсөн йәштәр, киләсәк быуындар өсөн дә мөһим», – тип яҙа социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә дуҫы, яҙыусы, журналист, БДУ-ның журналистика кафедраһының өлкән уҡытыусыһы, Шәйхзада Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Алмас Шаммасов.

Материалдарҙы  1 апрелгә тиклем [email protected] электрон почтаһына ебәрергә кәрәк. Текста үҙегеҙ тураһында мәғлүмәт бирергә лә онотмағыҙ: исем-шәрифтәрегеҙ, эш урынығыҙ йәки уҡыу урынығыҙ, бәйләнеш өсөн телефон һандары булыу мөһим.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ,  Асҡын районының хакимиәт башлығы Ришат Дихин үткән йылда 33 йәшендә генә яҡты донъяларҙы ҡалдырып китеп барғайны. Заманса  ҡарашлы етәксене һәр кем оло хөрмәт менән иҫкә ала.

 

 

 

 

Фото: https://vk.com/almasshammas.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: