Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Ғинуар 2022, 16:00

Хәтеремде яҡшыртам тиһәң...

Хәтерҙе яҡшыртыуға булышлыҡ итеүсе эсемлектәр исеме аталды.

Хәтеремде яҡшыртам тиһәң...
Хәтеремде яҡшыртам тиһәң...

Америка диетологы Эми Гудсон  әйтеүенсә, хәтер насарайыуы менән көрәшергә ҡәһүә менән йәшел сәй ярҙам итә. «Йәшел сәй полифенолдарға һәм антиоксиданттарға бай, улар аҡыл һәләтенең кәмеүенән һаҡлай һәм Альцгеймер һәм Паркинсон ауырыуҙары менән сирләү хәүефен кәметә ала», - тип раҫлай ул.

Гранит һутының да  бик файҙалы булыуын белдерҙе.  Диетолог һүҙҙәренсә, ҡайһы бер осраҡтарҙа был эсемлектә йәшел сәйгә ҡарағанда ла дүрт тапҡырға күберәк антиоксидант булыуы мөмкин.

– Гранаттар шулай уҡ шешеүгә ҡаршы көслө  көскә эйә һәм шуның иҫәбенә организмда хроник шешеү барышын кәметергә ярҙам итә, – тип тә өҫтәне ул.

 

 

 

Фото: https://zhenskietainy.ru/pohudenie/pravilnoe-pitanie/zelenyj-chaj-kak-sredstvo-borby-s-lishnim-vesom.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: