“Ростуризм” 2021 йылда тәүгә отелдәр төҙөүгә һәм реконструкциялауға инвесторҙарҙы льготалы кредитлау программаһын ғәмәлгә индергәйне: кредит йылына 3 – 5 процент ставка менән 15 йылға тиклем бирелә. Ошо сараға ярашлы, 2024 йылға тиклем илебеҙҙең популяр курорттарында, шул иҫәптән Башҡортостанда, Рәсәй һәм халыҡ-ара бренд менән, 20 меңдән ашыу яңы ҡунаҡхана номерын төҙөй башлау күҙаллана.
Әлеге ваҡытта компания проект әҙерләй. Уның маҡсаттары БР Туризм буйынса дәүләт комитеты әҙерләгән 2035 йылға тиклем Туризмды үҫтереү стратегияһының төп бурыстарына тура килә.
– Инвестиция күләме 917 миллион һум тәшкил итәсәк, бындай объект барлыҡҡа килеү һөҙөмтәһендә төбәк туризмында 120 яңы эш урыны булдырыласаҡ, – тип билдәләне Башҡортостандың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Ринат Фәтҡуллин.