Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Ғинуар 2022, 10:23

“Би Хеппи” менән килешеү төҙөнөк

Башҡорт бал ҡортоноң үҙенсәлектәрен ныҡлап өйрәнәсәкбеҙ.

“Би Хеппи” менән килешеү төҙөнөк
“Би Хеппи” менән килешеү төҙөнөк

Ошо көндәрҙә Башҡортостандың Фәндәр академияһы Францияның “Би Хеппи” компанияһы менән хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеү төҙөгән.

Документҡа ярашлы, башҡорт бал ҡортоноң үҙенсәлектәрен өйрәнеү һәм ҡортсолоҡ продукцияһы буйынса ике яҡлы ғилми тикшеренеүҙәр үткәреләсәк.

Умартасылыҡ продукттарының химик составын, яман шешкә ҡаршы үҙенсәлектәрен һәм фармакологик әүҙемлеген өйрәнеү күҙ уңында тотола.

Башҡортостан Фәндәр академияһы президенты Камил Рамазанов билдәләүенсә, француз коллегалары менән берлектә бал ҡорто күстәрен варроатоздан һаҡлауҙың хәүефһеҙ алымдары, йүкә урмандарын ҡоротҡостарҙан һаҡлау, умартасылыҡ продукттарында антибиотиктар һәм пестицидтар булыуҙы тикшереү буйынса эш күҙалланған. Берлектәге тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре республикабыҙ умартасыларына башҡорт балын экспортлауҙы арттырырға, ә «Башҡорт балы» брендын Рәсәйҙә генә түгел, бөтә донъяла танытырға мөмкинлек бирәсәк.

Сығанаҡ: БР Ауыл хужалығы министрлығы сайты.

Фото: Автор фотоһы.

“Би Хеппи” менән килешеү төҙөнөк
“Би Хеппи” менән килешеү төҙөнөк
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: