Былтыр йәй башынан алып илебеҙҙә һөт ризыҡтарын мотлаҡ маркировкалау индерелә абашланы. Тәүҙә был туңдырма-сырға ҡағыла ине. Көҙгә ҡарай ҡулланылыш ваҡыты 40 көндән ашҡан һөт ашамлыҡтарына сират етте. 2021 йылдың 1 декабрендән иһә яраҡлылыҡ ваҡыты 40 көнгә еткән продукция маркалана башланы.
Төбәк етештереүселәре был яңылыҡты аңлап ҡабул итте. Тейешле ҡорамалдар һәм программалар һатып алынған - әле бар продукция марка алып донъя күрә.
Сығымдарҙы кәметеү өсөн федераль күләмдән ярҙам итеү ҙә ҡаралған. Быға льготалы кредиттар, бушлай сервистар инә.
Эксперттар белдереүенсә, һөт ризыҡтарын тамғалау мутлашыусыларға ҡатмарлыҡтар тыуҙырҙы, хатта хаҡтарҙың артыуын да бер аҙ тотҡарланы.