Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Ғинуар 2022, 11:30

Бөгөн – Бөтә донъя эшһеҙҙәр көнө

Уны эшһеҙлек проблемаһына иғтибар йүнәлтеү маҡсатында булдырғандар. Бер яҡтан ҡарағанда, етәкселек был йәһәттән битараф түгел һымаҡ.

Бөгөн – Бөтә донъя эшһеҙҙәр көнө
Бөгөн – Бөтә донъя эшһеҙҙәр көнө

Вакансиялар тәҡдим итеүсе предприятиелар исемлеге лә даими баҫыла йә махсус йәрминкәләр үтә. Әммә эшһеҙҙҙәр һаны ҡайһы ваҡытта бөтөнләй кәмемәй, хатта арта ғына. Теге йәки был ойошмала ҡыҫҡартыуҙар барыуын да ишетеп-күреп торабыҙ.

Һуңғы йылдарҙа, билдәле инде, пандемия арҡаһында эшһеҙлек кимәле үҫте. 2021 йылдың башында, мәҫәлән, бөтә ил халҡының 5,8 проценты (4, 317 миллион кеше) эшһеҙ булған. Мартта был күрһәткес 5,4 процентҡа (4,057 миллион) тиклем төшкән. Ә 2020 йыл башында эшһеҙҙәр 4,7 процентты (3,482 миллион) тәшкил иткән.

Ҡыҙыҡлы факттар

Оукен законы бар икән: ВВП (эске тулайым продукт) үҫеше менән эшһеҙлек кимәле ныҡ бәйле. ВВП үҫеше ике процентҡа һүлпәнәйһә, эшһеҙлек кимәле бер процентҡа арта.

Күп илдең дәүләт программаларында эшһеҙлек хәүефенән страховкалау бар. Беҙҙә юҡ тиерлек.

СССР-ҙа дүрт айҙан да күберәк ваҡыт эшләмәүсе кешене енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырғандар. Уларҙы, тунеядец, тигәндәр.

Нимәһе үкенесле, эшһеҙҙәр араһында йәштәр күп.

Бөгөн – Бөтә донъя эшһеҙҙәр көнө
Бөгөн – Бөтә донъя эшһеҙҙәр көнө
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: