Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Ғинуар 2022, 22:22

Ғашиҡтар...

Декабрь аҙаҡтарынан алып Өфөнөң район полиция бүлегенә супермаркеттарҙан урлашыу осраҡтары тураһында ғаризалар килә башлай. Һәр осраҡта ла ике билдәһеҙ кеше магазинға ишекте емереп инеп, тәмәке продукцияһын, спиртлы эсемлектәр урлай. Зыян күләме 28 мең һумды тәшкил итә.

Ғашиҡтар...
Ғашиҡтар...

Видеокамера яҙмаларынан урлашыуҙа эттең дә "ҡатнашҡанын" асыҡлап, эҙләү барышында бурҙар тотола. Алдан хөкөм ителгән 31 йәшлек ир менән уның 28 йәшлек һөйгәненә ҡарата енәйәт эше асылып, ирҙе ҡулға алғандар. Уларҙың башҡа ошоға оҡшаш енәйәттәргә ҡатнашы бармы-юҡмы икәнлеге тикшерелә.

Фото: БР ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.

 

Ғашиҡтар...
Ғашиҡтар...
Ғашиҡтар...
Ғашиҡтар...
Ғашиҡтар...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: