Быға яңы төҙөүсенең «Сбербанк» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенән 300 миллион һумдан ашыу суммаға проект финанслауы алыуы булышлыҡ иткән. Бында 2017 йылдан башлап төҙөлөштә ҡатнашыусы 700-ҙән ашыу кеше фатир асҡысын көтә.
–Бөгөнгө көндә 3-сө литерҙың төҙөлөш әҙерлеге 90 процентты тәшкил итә. Төҙөүселәр эске биҙәкләү эштәрен тамамлай. Алғы яҡты йыһазландырыу буйынса ла эштәр аҙағына яҡынлаша. Инеү һәм янғынға ҡаршы ишектәр ҡуйылған. Лифт ҡорамалдары менән тәьмин итеү эштәре бара.
Ә 2-се литерҙың төҙөлөш әҙерлеге 60 процентты тәшкил итә. Өҫкө ҡаттарға кирбес һалыу, уның менән бергә эске биҙәү, йылытыу, елләтеү, электр һәм һыу менән тәьмин итеү системаларын урынлаштырыу эштәре бара. Ғөбәйҙуллин урамындағы паркинг буйлап линия канализацияһы әҙер, – ти төҙөлөш компанияһы етәксеһе Илшат Әхмәтов.
Төҙөлөштө тамамлауға бәйле етди мәсьәләләрҙең береһе - тышҡы инженер селтәрҙәрен һуҙыу. Был, үкенескә күрә, күп фатирлы йорттарҙы сафҡа индереү ваҡыттарында ла сағыла.
– Төҙөүселәр был торлаҡ комплексына тышҡы йылылыҡ селтәрҙәрен үткәреү буйынса әҙерлек эштәрен башлаған да инде. Эштәр этаплап башҡарыласаҡ. Март уртаһына тамамларға планлаштырабыҙ, - тип белдерҙе төҙөлөш фирмаһы етәксеһе.
Башҡортостан Республикаһы төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин әйтеүенсә, 2023 йыл аҙағына тиклем Башҡортостанда алданған өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын тергеҙеү мәсьәләһе тора. «Черемушки» торлаҡ комплексы буйынса ла бер нисә тапҡыр кәңәшмә үткәрелгән, һуңғыларының береһендә – тапшырыу ваҡыты башҡаса үҙгәрмәһен өсөн, тышҡы селтәрҙәр буйынса эштәрҙе башҡарыуҙың аныҡ ваҡыты билдәләгән.
Төҙөүсенең проект декларацияһына индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, 2022 йылдың икенсе кварталында «Черемушки» торлаҡ комплексының 2-се һәм 3-сө литерын сафҡа индереү ҡаралған. Граждандарға ошо йылдың өсөнсө кварталы башында фатир бирелә башлаясаҡ.
Фото: Т.АМАНОВ.